Официальный сайт сельского поселения Бурлинский сельсовет
 МР Гафурийский район РБ                                                                                                                                                                            
 
                                     Воскресенье, 19.05.2024, 22:48           

  



Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта

Категории раздела
Мои статьи [3]

Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0

Поиск
Календарь
Архив записей

Главная » Статьи » Мои статьи

Байымбәт уңғандары

Байымбәт уңғандары
 

Байымбәт уңғандарыБайымбәт һөтсөлөк фермаһында ("Урожай” КХ-һы ЯСЙ-е) 400-ләп баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы, шул иҫәптән 200-ҙән ашыу баш һауын һыйыры аҫрала. Район буйынса был ферма алдынғылар иҫәбендә. Ҡышлатыуҙы ла уңышлы сығып киләләр. Фермала бөгөн һәр һыйырҙан уртаса көндәлек һауым 14,5 килограмм тәшкил итә.
Малсылыҡ тармағының ырамлы эше хаҡында һөйләгәндә, әлбиттә, йыл әйләнәһенә ҡара таңдан кискә тиклем фермала эшләгән кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен билдәләргә кәрәк. Әнүәр Ҡорманғолов етәкселегендәге һауынсылар Валентина Фәтҡуллина, Зилара Харисова, Мәүлиҙә Нәбиуллина, Эльвира Ишкина һәм малсыларҙан торған коллектив (барыһы 20-нән ашыу кеше) маҡтауға лайыҡ.
Һәр бер һауынсының төркөмөндә 52-шәр һауын һыйыры. Бына, мәҫәлән, ирле-ҡатынлы Зилара менән Фәүәрис Харисовтар үҙҙәренә беркетелгән һауын һыйырҙары төркөмөн тәрбиәләйҙәр. Шәхси хужалыҡтарында ла малдары ишле.
Ферманың иң алдынғы һауынсыларының береһе Зилара бөгөнгө көндә үҙ төркөмөндәге һыйырҙарҙан 996 килограмм һөт һауа. Миәкә районы ҡыҙы Зилара Наумовка совхоз-техникумында ветеринар һөнәре алғас, Ғафури егете Фәүәрис менән ғаилә ҡора. Һәм бынан 15 йыл элек Байымбәт һөтсөлөк фермаһында ветеринар булып эш башлай. Артабан декрет ялынан һуң, уға был эшен һауынсыға алмаштырырға тура килә. Шунан бирле һынатмай, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп эшләй, район буйынса һауынсылар араһындағы ярыштарҙа алдынғылар иҫәбенән төшкәне юҡ.
Дөйөм алғанда, ферма коллективында һәр береһе тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Ундайҙар менән ҡышлатыуҙы юғалтыуһыҙ һәм һәйбәт күрһәткестәр менән сығырға ышаныс бар.
И.ӘЛИБАЕВА.
Категория: Мои статьи | Добавил: Бурлы (13.04.2015)
Просмотров: 928 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar





Copyright MyCorp © 2024Бесплатный конструктор сайтов - uCoz