Официальный сайт сельского поселения Бурлинский сельсовет
 МР Гафурийский район РБ                                                                                                                                                                            
 
                                     Воскресенье, 19.05.2024, 23:48           

  



Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта

Категории раздела
Мои статьи [3]

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Поиск
Календарь
Архив записей

Главная » Статьи » Мои статьи

Күмәкләп тартҡан йөк еңелерәк

Күмәкләп тартҡан йөк еңелерәк
 

 

Күмәкләп тартҡан йөк еңелерәк
Күмәкләп тартҡан йөк еңелерәкРайоныбыҙҙың һәр бер ауылында биләмә башлығының төп таянысы, халыҡты урындағы власть менән бәйләп тороусы старосталары бар. Улар араһында ауылдаштары менән уртаҡ тел табып, тыуған ауылын сәскә аттырыуҙа, проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур тырышлыҡ һалып эшләүселәр ҙә байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – Бурлы ауыл биләмәһендәге Байымбәт ауылы старостаһы Әнүәр Әбүбәкер улы Ҡорманғолов. Ул эшләй башлағаны бирле ауылда ыңғай үҙгәрештәр күҙгә салына. Әүәл был ауыл халҡының иртәгәһе көнөнә ҡул һелтәүе, урам-йорт тирәләренең ташландыҡ хәлгә килеп, кесерткән баҫып ултырыуы, эскелек, тәртипһеҙлек тамыр йәйеүе хаҡында әсенеп яҙылған хаттар редакция почтаһында йыш булыуы иҫтә ҡалған.
Ә хәҙер Байымбәт ауылының, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа яңы һулыш алғанлығы һиҙелә, танымаҫлыҡ булып үҙгәреүе быға асыҡ дәлил.
Байымбәттәге ошондай ыңғай күренештәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ҡайтыу өсөн унда юлландыҡ. Ауыл старостаһы Әнүәр Ҡорманғолов беҙҙе ауыл, ауылдаштары менән ихласлап таныштырҙы. Бында береһенән-икенсеһе матурыраҡ, ҙурыраҡ өйҙәргә һоҡланып, староста менән һөйләшә-һөйләшә ауыл урамдары буйлап йәйәүләп үтәбеҙ. Ысынлап та, йорттар зауыҡ менән биҙәлгән, йорт-тирәләре төҙөк, араларында матур итеп заманса профнастил менән кәртәләп, сайдинг менән көпләп алынғандары ла бар. Ауылда йәш ғаиләләр байтаҡ. Был инде ауылдың киләсәгенә өмөт бар тигән һүҙ. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны өс тиҫтәнән ашыу. Шуға ла балалар күплеген иҫәпкә алып, әле элекке мәктәп бинаһын балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡороу, йәғни реконструкциялау эштәре бара. Уны башҡарыусы бригаданың эше беҙ ауылда булған көндө лә ҡыҙыу бара ине, сөнки апрель айында тапшырырға иҫәп тоталар. Балалар баҡсаһы итеүҙе һорап Әнүәр Әбүбәкер улына ла әллә күпме тупһаларҙы тапарға тура килә. Әлбиттә, был ауыл халҡы өсөн оло шатлыҡ булды, ти староста.
Ауылда ара-тирә яңы йорттар ҙа ҡалҡып сыҡҡан. Бына, мәҫәлән, йәштәр Гөлфирә менән Айрат Ишкиндар ҙур, иркен йорт күтәреп, ҡыйығын эшләп ҡуйғандар, өй туйларға ла күп ҡалмаған. Ишле мал аҫраусылар ҙа бар. Староста ундайҙар иҫәбендә Зилара менән Фәүәрис Харисовтар, Мәүлиҙә менән Салауат Нәбиуллиндар (был ике ғаилә фермала ла эшләй) ғаиләләрен атап үтте. Үҙе лә, шулай уҡ энекәштәре Марат, Илһам Ҡорманғоловтар ҙа күпләп мал баға.
Староста – ауыл  тотҡаһы
 Әнүәр Ҡорманғолов 7 йыл тирәһе староста йөгөн тарта. Уға тиклем Тимербәк Фәтҡуллин эшләгән. Үҙенең урынына ышаныслы алмаш ҡалдырған ул. Сөнки Әнүәр Әбүбәкер улы ауылдаштарын бергә туплап, үҙ артынан эйәртә алырҙай кеше булып сыға. Ул эшен ауыл зыяратын кәртәләтеүҙән башлай, унда ауыл халҡы дәррәү сығып, дөйөм эш өсөн ҡулдарынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Хәҙер инде тиҫтәнән ашыу йыл үткәс, зыяраттың бағана-кәртәләре серегәнлектән яңыртыу талап ителә. Староста тимергә алыштырырға уйлашыуҙары хаҡында белдерҙе, халыҡтан йыйылған аҡсалары ла бар икән. Ауылдың сүп-сар түгеү урынын да үҙ көстәре менән ҡоймалап алып, тирә-яғын тәртипкә килтергәндәр.
Былтыр "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙған. Йыл да һабантуй үткәреүҙе традицияға индергәндәр. Бында ла ауыл старостаһының ярҙамы тос булған. Ул энекәштәре һәм йәштәр менән берлектә урмандан диләнкә алып, таҡта быстырып, ауылдағы буш торған йорттарҙы төҙөкләндереүҙе, сүп-сарҙан таҙартыуҙы ла үҙ өҫтәренә алғандар. Һыу колонкаларын (бөтәһе – 7-әү) уратып беседкалар ҡуйып сыҡҡандар. Ауылдаштары Рәйлә Назарғолованың юбилейын үткәреүгә әҙерлек барышында ауыл йәнә күркәмләнеп ҡалған. Әлбиттә, тормош ауырлыҡтарына зарланыуҙан ғына фәтеүә сыҡмаҫын, барыһы ла – үҙҙәре йәшәгән, тыуған төбәктәренең матурлығы ла, донъяларының бөтөнлөгө лә бары тик үҙҙәре өсөн икәнен аңлап, ауыл халҡы әүҙем тормош көтә башлаған.
Ауылдаштарын теге йәки был эшкә ҡушыу ғына түгел, ә һәр башланғыстың уртаһында ҡайнап, үҙе ең һыҙғанып эшләгәнгә лә ауыл халҡы берҙәм, бер төптән булып, ауыл старостаһын хуплап тора.
- Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, халҡы берҙәм, тырыш. Бөтөн эштәр ҙә ауыл кешеләре ярҙамы, көсө менән башҡарыла, бер староста ғына бер ни ҡыра алмаҫ ине, күмәкләп тартҡан йөк еңелерәк бит, - ти Әнүәр Әбүбәкер улы.
Ауылдың эреле-ваҡлы әллә күпме мәшәҡәттәре барлығы һәр кемгә мәғлүм. Бына йәнә мәшәҡәтле яҙ миҙгеле башланды: старостаға көтөү сығарыуҙы көйләргә, өмә ойоштороп урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартырға, зыяратты тәртипкә килтерергә кәрәк. Әнүәр Ҡорманғолов – тап ошондай халыҡ менән уртаҡ тел таба белгән, ауылдаштары өсөн өлгө булырҙай, ышаныслы ир-уҙаман. Уға ауылдаштарының һәр бер проблемаһы таныш. Ауыл халҡы ышаныс күрһәтеп Бурлы ауыл Советына депутат итеп һайлап ҡуйғандар. Былтыр "Урожай” ЯСЙ-е етәкселеге Байымбәт фермаһы мөдире итеп ҡуйған үҙен. Был вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем ул ике тиҫтә йылдан ашыу элемтәсе булып эшләгән. 
Эшһеҙлек байымбәттәргә ят
Халыҡ эшһеҙ интекмәй бында, өс тиҫтәгә яҡын кеше фермала хеҙмәт урыны тапҡан, эш хаҡын да ваҡытында түләйҙәр, шуға ла эшкә дәртләнеп йөрөйҙәр, ти мөдир. Механизаторҙар - "Урожай" хужалығында, ситкә сығып эшләүселәр ҙә бар. Социаль объекттарҙан клуб, бер магазин эшләй, шәфҡәт туташы булмағанлыҡтан, медпункт ваҡытлыса ябыҡ тора.
Хыялдары -  газлы булыу
Байымбәт ауылын борсоған иң төп проб-лема булып эсәр һыу, газ мәсьәләһе тора. Әлбиттә, бында һыу бөтөнләй юҡ икән, тип уйларға ярамай. 1968 йылда фермаға һыу үткәргестәр һалғанда ауылға ла һуҙып ҡалғандар. Әммә 50 йылға яҡын торған торбалар иҫкереү сигенә еткән. Әнүәр әйтеүенсә, һыу башняһында һыу тулы, ә ауылдағы ҡойоларҙа һыу баҫымы бик түбән. Шуға ла һыу алыу өсөн ҡайһы саҡ сираттар хасил булыуынан кешеләр урамдарына ҡойолар ҡаҙҙырып, шуның һыуын тотона. Башҡа күп кенә ауылдарҙағы кеүек "зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙаланыу хыялы менән дә янып йәшәй был төбәк халҡы. Материалды баҫмаға әҙерләгәндә һыу мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә булыуын белдек. Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Р.Хисмәтуллин әйтеүенсә, ауылдағы һыу үткәргестәрҙе яңыртыу өсөн 2,5 млн һум аҡса бүленгән, һыу скважиналары бырауланған.
- Ауылда ла ҡалалағы кеүек йәшәргә бөтөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкин, теләгең генә булһын, - ти староста. - Өй һайын тиерлек канализация, һыуҙы ла өйгә үткәреүселәр бар, бына газ ғына килеп етһә, бик яҡшы булыр ине.
Өлгөлө, күмәк балалы ғаиләләр, ил аҡылы йыйған ололар
Өлгөлө, күмәк балалы ғаиләләр, ил аҡылы йыйған аҡһаҡалдар, аҡ яулыҡлы ағинәйҙәре, ҡул эше  оҫталары менән дә таныштырҙы беҙҙе Әнүәр Әбүбәкер улы.
Ауылда 80 йәште уҙғандар, йәки ауылдың иң өлкән кешеләре хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, ул – 86 йәшлек Нәзирә Хисмәтуллинаны, ирҙәр араһында 79 йәшлек Байтимер Муллағоловты атаны.
Элек уҡытыусы булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда булған Рәмзиә Ғәлина менән Факиһа Ишкина бәйләм, шәл бәйләү оҫталары булһа, Лиә Ғәҙелшина маһир тегенсе, ә Хәтирә Сәфәрғолова оло йәштә булыуына, яңғыҙы ғына донъя көтөүенә ҡарамаҫтан, йорт-тирәһен йәмләп, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Хәлифә әбей Мөхәмәтдинова ғүмере буйы һауынсы булып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда. Хәлил Ғәлин иһә үҙенең "МТЗ” тракторында ауылдаштарына бесәнен дә саба, килтерә лә, ер ҙә һөрә, ауыл урамдары юлдарын күтәреүҙә лә уның ярҙамы тос.
Өлгөлө ғаиләләрҙән Тәүзинә менән Тимербәк Фәтҡуллиндар, Рауза менән Акрам Мөхәмәтдиновтар, күмәк бала тәрбиәләүселәрҙән Айгөл һәм Азамат Шәриповтар (4 ҡыҙ бала), Ҡорманғоловтар: Дилбәр һәм Марат (3), Гүзәл һәм Илһам (7 бала) ғаиләләрен атап үтте Ә.Ҡорманғолов. Ғөмүмән, йәш ғаиләләрҙең һәр ҡайһыһында балалар өсәүҙән кәм түгел.
Ауыл буйлап сәфәр барышында Гүзәл менән Илһам Ҡорманғоловтарҙың ишле ғаиләһе  менән танышып сыҡтыҡ. Иң өлкәне Лианаға 24 йәш, ул ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Эльмиралары – 19 йәштә, Өфөлә училищела, 14 йәшлек Индира Красноусолда башҡорт гимназия-интернатында, Эльвина (11 йәш), Радмир (10), Линар (7) Бурлыға йөрөп уҡый. Иң бәләкәстәре Ленараға 4 йәш. 2006 йылда Гүзәл "Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ул Еҙем-Ҡарандан Байымбәткә килен булып төшкән, тормош иптәше Илһам фермала мал ҡараусы булып эшләй. Ҡорманғоловтар үҙ көстәре менән мөһабәт 12х14 метр ҙурлыҡтағы йорт төҙөй башлап, күп балалы ғаилә булараҡ, "Ауылды социаль үҫтереү” программаһына ярашлы ҡайтарылмай торған кредит алып, эшен бөтөрөп кергәндәр.
Ауылдың өлгөлө, ярты быуаттан ашыу татыулыҡта йәшәгән ғаиләләренең береһе – Рауза Хәлфетдин ҡыҙы һәм Акрам Мансур улы Мөхәмәтдиновтар менән танышыу форсаты ла сыҡты беҙгә. Байымбәткә ингән ерҙә, ауыл осонда уларҙың кирбестән һалынған күркәм йорто һәр кемде ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Был нурлы йорттоң хужаларының ихлас, алсаҡ булыуҙары ауылда ҡунаҡсыл, изге күңелле кешеләр йәшәүен күрһәтте.
- 1963 йылда мәктәптә уҡып йөрөгән Рау-заны урлап алып ҡайтҡайным, шунан бирле бына 52 йыл инде шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡ итеп, йәшәп ятабыҙ. Төрлө саҡ булды, сабыр итә белдек, - тиҙәр улар.
Акрам ағай колхозда бригадир, ферма мөдире, ауыл Советы депутаты ла булған, ә Рауза апай һауынсы булып, сөгөлдөрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. 1981 йылда йорт һалып кергәндәр, заманында күпләп мал-тыуар аҫрағандар, ҡорт, ат та тотҡандар. 4 балаға ғүмер биреп, бөгөн уларҙың өсәүһе иҫән-һауҙар. Балалары ғаилә ҡороп, айырым донъя көтә, балалар үҫтерә. Улдары Радик менән ҡыҙҙары Ләлә Стәрлетамаҡта йәшәй. Гөлфирәләре Себер тарафтарында төпләнгән. 5 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә Мөхәмәтдиновтар. Улар сағыштырмаса оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр яҡлап та ауылдаштарына өлгө булырлыҡ матур тормош көтәләр, донъялары ҡыйып баҫҡыһыҙ.
Заманында береһе ферма мөдире, икенсеһе һауынсы булып эшләгән йылдары хәтирәләре менән дә уртаҡлашты Мөхәмәтдиновтар.
Башҡараһы эштәр күп
- Эшләнгән эштәргә ҡарағанда эшләйһеләре күп әле, - ти Әнүәр Ҡорманғолов. Яу яландарында һәләк булған 27 яугир ауылдаштары иҫтәлегенә бәләкәй генә обелиск ҡуйыу хаҡында ла хыяллана ул.
- Хәҙер булдыҡлылар, тырыштар заманы. Кем йүнсел – шул матур итеп донъя көтә, башҡаларға ауырлыҡ һалмай, зарланмай ғына йәшәй. Шөкөр, ауылдаштарым төйәгем бар булһын, бай булһын тип, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереүҙән ауылдың киләсәге тороуын аңлап, шулай уҡ баҙар иҡтисады шарттарында көн итергә өйрәнә. Иң мөһиме – күптәр эскелектән арынып, эшләй, мал аҫрап, донъя көтә башланы. Хәҙер ауылыбыҙҙа бер-ике кеше генә был шөғөл менән мауыға. Уларҙы ла тамырынан ҡоротһаҡ, киләсәктә "Айыҡ ауыл” конкурсына дәғүә итербеҙ әле, - ти Әнүәр Әбүбәкер улы.
Ҡыҫҡаһы, ауылда көнүҙәк проблемалар етерлек, әммә бында бер кем дә күктән ярҙам көтөп ятмай – эҙләнәләр, табалар, тырышалар. Староста бер мәсьәләне лә күҙ уңынан ысҡындырмай, ауылдаштары уға ышанып ҡарай, шуға ла бында эштәр көйлө бара, үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнамай, төбәк тормошонда әүҙемлек күрһәтәләр. Ауылға күҙ-ҡолаҡ булып торған, үҙҙәренә терәк-таяныстары – старосталары бар бит. 
Индира ИШКИНА.
Категория: Мои статьи | Добавил: Бурлы (13.04.2015)
Просмотров: 1130 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar





Copyright MyCorp © 2024Бесплатный конструктор сайтов - uCoz